Йәмғиәт
28 Апреля 2021, 09:55

Путин запастағы рәсәйлеләрҙе хәрби йыйынға саҡырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең запастағы граждандарын 2021 йылда хәрби йыйынға саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең запастағы граждандарын 2021 йылда хәрби йыйынға саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле докмент хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында урынлаштырылған.
«2021 йылда Рәсәй Федерацияһының запастағы граждандарын Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә һәм федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте органдарында хәрби йыйын үтеү өсөн саҡырырға», - тиелә указда.
Документ баҫтырылған көндән, 26 апрелдән башлап ғәмәлгә инә.
Сығанаҡ: "Ашҡаҙар таңдары"
Читайте нас