Рәсәй Хөкүмәте “Ғаилә ипотекаһы” программаһында ҡатнашыусылар исемлеген киңәйтте.
Уға ярашлы балалы ғаиләләр 6,5 процентлы ташламалы кредитҡа ҡағиҙә булараҡ, әҙер торлаҡ һатып алыуҙан тыш, шәхси йорт төҙөү һәм ер участкаһы һатып алыу хоҡуғы ала. Берҙән-бер шарт – шәхси йортто төҙөү юридик шәхес йәки шәхси эшҡыуар менән килешеү нигеҙендә алып барылырға тейеш.
“Ғаилә ипотекаһы” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүм булыуынса, үткән йылда республикала дөйөм суммаһы 19,3 миллиард һумлыҡ түбән ставкалы ташламалы ипотека кредиты бирелгән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында унынсы урынды биләй.