Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт ихаталары» программаһы тураһында сәхифәһендә яҙҙы.
– Ике йыл элек «Башҡорт ихаталары» программаһын эшләтеп ебәргәндә республикала хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансыҡтарын бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Ә күп кенә ишек алдары тирә-яҡты йәмһеҙләп ятты. Хәҙер был минең яратҡан программаларымдың береһе,республика буйынса 780 ихата төҙөкләндерҙек.
Ағымдағы йылда коронавирус арҡаһында беҙгә темпты кәметергә тура килде, шулай ҙа эштәр башланды:
резина япмалы 125 балалар уйын һәм спорт майҙансығы төҙөләсәк;
ял итеү зоналарында 783 эскәмйә, 690 сүп-сар һауыты һәм 839 яҡтыртҡыс урынлаштырыласаҡ;
87,6 мең квадрат метрға иҫәпләнгән газондар төҙөкләндереләсәк.
Бөтә проекттарҙы ла халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерҙәйҙәр. 2024 йылға тиклем беҙ барлығы өс мең ихатаны яңыртасаҡбыҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан республика етәксеһе.