Йәмғиәт
29 Апреля 2021, 04:55

Батырлыҡ өсөн миҙал

-Ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ! Иптәшенең асырғанып ҡысҡырыуын ишеткәс, яр буйындағы Эдуард шул секундта һыуға ташлана.

-Ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ!
Иптәшенең асырғанып ҡысҡырыуын ишеткәс, яр буйындағы Эдуард шул секундта һыуға ташлана. Ул хатта ҡотҡара алырмынмы, шәп ағым үҙемде лә алып китмәҫме тип уйлап та өлгөрмәй.
... Был хәл былтыр йәй була. Тиҫтерҙәре менән Әүнәш йылғаһында һыу ингән малай бата башлай. Һыуҙан башы бер күренеп, бер юғалғанын күреп ҡалған Эдуард тәүҙә ул шулай шаяра тип уйлай. Ярҙам һорағас ҡына, батыусы янына ашыға. Баҡтиһәң, уның аяҡтарына нимәлер уралған була. Егет сырмалған бауҙы ысҡындыра һәм ярға ҡарай һөйрәй башлай. Йылғанан сығарып, өлкәндәр ҡулына тапшыра. Был хәлдең шаһиттары, дуҫының ата-әсәһе батыр йөрәкле егеткә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ысынлап та, ул ваҡытында күреп, ҡотҡарырға ашыҡмаһа, ял күңелһеҙ тамамланыр ине. “Изгелек эшлә лә - һыуға һал” ти халыҡ мәҡәле. Егет тә йәйге көндәге ваҡиғаларҙы һөйләп йөрөмәй, тора-бара онотола. Тик эшләгән яҡшылығың үҙеңә кире ҡайтыуы ла мәғлүм. Көтмәгәндә Эдуард Өфөгә саҡырыу ала.
“Торатау” конгресс-холында Рәсәй янғын һағы көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда янғын һүндереүселәр менән бер рәттән утта һәм һыуҙа кешеләрҙе ҡотҡарған ҡаһармандар тәбрикләнде. Улар араһында беҙҙең йәш яҡташыбыҙ, Гусев урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Эдуард Таһиров булыуы уғата ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат Латипов ҡыйыу егетте “Һыуҙа батып барыусыны ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләне.
- Шундай ҙур тантанала ҡатнашыуыма бик шатмын. Әлбиттә, мин бындай бүләк көтмәгәйнем, тәҡдим итеүҙәре өсөн рәхмәт, - ти Э. Таһиров.
Аҙ һүҙле, баҫалҡы һәм етди Эдуард киләсәктә ниндәй һөнәр һайларын аныҡ ҡына хәл итмәгән әле. Медицина юлынан китер, бәлки. Шуныһы асыҡ, кем булһа ла, ышаныслы, ярҙамсыл, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫ ысын ир-егет булып үҫәсәк. Уға яҡшы тәрбиә биргән әсәһе Зилә Ишбулды ҡыҙы хаҡлы рәүештә улы менән ғорурлана ала. Афарин, Эдуард!
Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас