Республика Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, әлеге ваҡытта хөкүмәттә эшҡыуарҙарға лизинг һәм микрокредитлау ойошмалары аша ябайлаштырылған заем биреү сараларын, ташламалы кредитлау алымдарын эшләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта инвестиция майҙансыҡтарында эшләүсе ойошмаларҙың мөлкәт һалымы ставкаһын нулгә әйләндереү һәм дәүләт ҡарамағындағы ерҙә урынлашҡандарының ҡуртым һалымын кәметеү ҡарала. Республикала шулай уҡ “Минең бизнес” үҙәктәре селтәре киңәйтеләсәк. Үткән йылда Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектарын үтәү буйынса 63 муниципаль берәмектә, эшҡыуарҙарға ярҙам, бизнестарын башлап ебәреүгә булышлыҡ итеү өсөн бөтәһе 2,505 мең эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткән, унда 2,475 мең инвестиция проекттары ҡаралған.