Йәмғиәт
30 Апреля 2021, 04:05

Журналистар аллеяһында ағастар өҫтәп ултыртылды

Башҡортостан урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә республикала бөтәһе 960 меңдән ашыу ағас ултыртылған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика матбуғат саралары журналистары ла Башҡортостан урмансылары паркында 2019 йылда барлыҡҡа килгән журналистар аллеяһына өҫтәп ағас ултыртыу өмәһенә сыҡты.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә өмәгә сыҡҡанн журналистаҙы Башҡортостан журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов, республиканың урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте секретары Айрат Искәндәров тәбрикләне.
Иллеләгән журналист урман хужалығы министрлығы биргән ҡарарғайҙар бергәләп һә тигәнсе ултыртып та ҡуйҙы.
Урмандарҙы тергеҙеү буйынса был сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә уҙғарылды

Читайте нас