Йәмғиәт
4 Мая 2021, 18:45

Май байрамдарында һөт кухняһы нисек эшләй?

4 майҙан 7-һенә тиклем улар ҡәҙимге режимда эшләй. Ял көндәренә тейешле бушлай аҙыҡ-түлек нормаһы артабан ай дауамында тигеҙ итеп бүлеп биреләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

1-3 майҙа, 8-10 майҙа һәм 13 майҙа барлыҡ һөт ризыҡтары таратыу пункттары ял итә. 4 майҙан 7-һенә тиклем улар ҡәҙимге режимда эшләй. Ял көндәренә тейешле бушлай аҙыҡ-түлек нормаһы артабан ай дауамында тигеҙ итеп бүлеп биреләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт кәрәкһә, milkrb.ru сайтына, Инстаграмда «Молочные кухни» @molochnayakukhnyarb аккаунтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ 8 (347) 246-55-01 телефонына шылтыратып та, кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
Белеүебеҙсә, Башҡортостанда “Һөт кухняһы” эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа ныҡлы яйға һалынды. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға тулыһынса яуап бирә.
Читайте нас