2021 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” программаларын тормошҡа ашырыуға ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.
Башҡортостанда “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты уңышлы эшләй, айырыуса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын кадрҙар һәм тейешле медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Үткән йылда республикала 120 ФАП төҙөлгән. Быйыл “Йөрәк ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проектына ярашлы, ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләре өсөн утыҙ ике ҡорамал алынған. Онкология бүлексәләре ун заманса ҡорамал менән йыһазландырылған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу бурыстары ҡуйылған.