Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы 204-се Указына ярашлы, ил Хөкүмәте “Демография” милли проектын ғәмәлгә индерҙе. “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” федераль проекты уның состав өлөшөн тәшкил итә.
Балалар баҡсаларында яңы урындар булдырыу – ошо проекттың төп бурыстарының береһе.
Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы баҡсаға йәлеп итеп, уларға сифатлы мәктәпкәсә белем биреү маҡсатында 2019 йыл аҙағында Николо-Березовка ауылындағы 18-се балалар баҡсаһында – 14, Никольский ауылы баҡсаһында 15 өҫтәмә урын булдырылған.
Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә баҡсалағы төркөм бүлмәләренә капиталь ремонт яһалған, урамдағы уйын майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән, верандалар эшләнгән, бәләкәй архитектур һындар ҡуйылған, төркөмдәр йыһаз, уйынсыҡтар, белем биреүҙең техник саралары менән тәьмин ителгән. Кескәйҙәр төркөмө 1,5 – 3 йәшлек сабыйҙар менән тулыландырылған һәм 2020 йылдың ғинуарынан алып уңышлы эшләй.