Йәмғиәт
10 Мая 2021, 04:50

2023 йылда электрон паспорттар ала башлайбыҙ

Рәсәйлеләр өсөн электрон төп документ әҙерләү Башҡортостанда 2023 йылда башланасаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#

“Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был проектҡа Мәскәүҙә йәшәүселәр 2021 йылдың 1 декабрендә ҡушыла ала, ә төбәктәргә ул ике йылдан килеп етәсәк.
Электрон паспорт — граждандың исем-шәрифе, тыуған йылы, айы яҙылған һәм фоторәсеме ҡуйылған пластик карта форматында буласаҡ. Уның эсенә кешенең биометрик мәғлүмәттәре лә индереләсәк (теркәлеү урыны, дактилоскопик мәғлүмәттәр һ.б.). Ҡушымтаны сматрфонға ла көйләп була, был осраҡта һеҙ паспортығыҙҙы күрһәтмй генә, ошо ҡушымта аша тимер юыл һәм һауа транспортына билеттар алыу мөмкинлеге алаһығыҙ.
Әйткәндәй, электрон паспорт юллау — мотлаҡ талап түгел. Теләгәндәр ҡағыҙ вариантта ла ҡала ала.
Читайте нас