Ирҙәр 1 сәғәткә күберәк эшләй, әммә ҡатын-ҡыҙҙар түләнмәгән йорт эштәренә һәм яҡындарын ҡарауға 1,6 тапҡырға күберәк ваҡыт бүлә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың был эштәргә – 5 сәғәт 25 минут, ә ир-егеттәрҙең 3 сәғәт 26 минут ваҡыты сарыф ителә, тип иҫәпләгән Башстат. Йоҡоға ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер үк ваҡыт бүлә. Шулай уҡ ашауға һәм үҙ-үҙҙәрен ҡарауға улар тәүлегенә 12,6 процент ваҡыттарын бүлә (был өс сәғәт тирәһе).
Республиканың гүзәл заттары 3 сәғәт 24 минут буш ваҡытҡа эйә. Ә ирҙәрҙеке – 4 сәғәт 13 минут, йәғни 24 процентҡа күберәк. Аралашыу һәм йәмәғәт эшен башҡарыуға бүленгән ваҡытта айырма юҡ, тип иҫәпләй статистиктар.