Быйыл Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған 50 йәштән ололар, декрет ялында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар эшкә урынлашыу өсөн бушлай өҫтәмә белем ала аласаҡ. Был мөмкинлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған Worldskills программаһы буйынса булдырыла.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, әгәр программаға халыҡ тарафынан ихтыяж булһа, киләсәктә республика кешеләрҙе яңы һөнәрҙәргә уҡытыу буйынса өҫтәмә аҡсаға иҫәп тота ала.
- Беҙ алдыбыҙға етди бурыс ҡуябыҙ: 2021 йылдың 1 июненә тиклем республикаға билдәләнгән квотаға ярашлы 3143 кешене уҡыуға йүнәлтергә тейешбеҙ, - тине Юрий Мельников. – Был киләсәктә әлеге программаға ярашлы федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса алыуға мөмкинлек бирәсәк.
Әлеге ваҡытта 170 төрлө йүнәлеш буйынса уҡырға мөмкин, уларҙың күбеһе – эшсе һөнәрҙәр. Уҡыуҙар көндөҙгө, ситтән тороп һәм дистанциялы алымдарҙа ойошторола.
“Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге программаның федераль операторы булған Һөнәри оҫталыҡ үҫеше агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) стандарттары буйынса эшләй. Улар 160 төрлө һөнәри йүнәлеш буйынса 600-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларына эйә.
Программала ҡатнашып, бушлай яңы һөнәр алыу йәки квалификацияны күтәреү өсөн ғариза биреп, «Работа в России» (trudvsem.ru) порталында махсус форманы тултырырға кәрәк.
Республика иҡтисады өсөн кәрәкле кадрҙар ихтыяжын асыҡлау маҡсатында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм мәшғүллек үҙәктәре тарафынан был программаға эш биреүселәр ҙә йәлеп ителә.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 13 мартындағы 369-сы ҡарарына ярашлы, йыл һайын ил буйынса “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә кәм тигәндә 115 мең кешене һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреүгә йәлеп итеү күҙаллана.