20-21 майҙа “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтәсәк. Мәрхәмәтлелек проекты Башҡортостандың гүзәл заттарын социаль, эшлекле, ижади йәһәттән берләштереүгә йүнәлтелгән.
Асыҡ Академия тотош Рәсәй күләмендә ойошторола һәм билдәле-ҡатын-ҡыҙҙарҙы, эксперттарҙы, спикерҙарҙы туплаясаҡ. Быға этәргес булып йыл һайын үткәрелә килгән Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы тора. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс-тестар уҙғарыласаҡ. Ҡунаҡтар араһында Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор кеүек билдәле ҡатын-ҡыҙҙар көтөлә. Улар тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Эшлекле өлөштә төбәктең эшлекле, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары сығыш яһаясаҡ.
Проект 2019 йылда старт алды, ошо мәлдән алып Асыҡ Академия эшендә республиканың 14 ҡала һәм районынан 28 меңдән ашыу гүзәл зат ҡатнашып өлгөрҙө. Пандемия осоронда “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” форматын ваҡытлыса үҙгәртеп торҙо – БСТ-ла тура эфирҙа өс сәғәт буйынса телемарафон барҙы. Дүрт тапҡыр үткән программаны йөҙәрләгән мең кеше ҡараны. Ҡала һәм райондарға тар йүнәлешле медицина белгестәре юлланды һәм пациенттарҙы ҡабул итте.
Асыҡ Академия айырым биләмәләргә бүленгән: сәләмәтлек, эшҡыуарлыҡ, үҙ-үҙеңде танып белеү, сәнғәт, матурлыҡ биләмәләре. Һәр ҡайһыһында кәрәкле мәғлүмәт, белгестәр консультацияһын алырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға була. Бигерәк тә был үҙәктән йырағыраҡ йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим: улар республика һәм федераль кимәлдәге белгестәрҙең кәңәштәрен алырға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур берләшмәһенең бер өлөшөнә әүерелергә мөмкин.
Асыҡ Академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән территорияженскогосчастья.рф сайтында танышырға мөмкин. Ҡатнашыу бушлай, әммә теркәлеү мотлаҡ!