Йәмғиәт
14 Мая 2021, 09:15

Даланлылар, бәхетлеләр...

15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө

Асҡар ауылында йәшәүсе Филүзә менән Вадим Ишбулатовтарҙың ғаилә тарихы башҡаларҙан әллә ни айырылмаһа ла, татыу, матур парҙан үрнәк алырлыҡ, бәхеттәренә һоҡланырлыҡ. Хәлил ауылы һылыуы менән Дәүләтша егете беләһегеҙме, ҡайҙа танышҡан? Илебеҙҙең баш ҡалаһы — Мәскәүҙә. Бына, яҙмыш тигәнең ҡайҙа ла осраштыра. 2014 йылда улар ғүмер юлын бергә үтергә тигән ҡарар ҡабул итеп, йәмле йәй айында туй уҙғара. Район үҙәгендә төпләнергә килешкән йәштәр Көнсығыш-2 биҫтәһенән ер участкаһы һатып ала. Күркәм, иркен йорт төҙөргә хыялланған Ишбулатовтар йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына сиратҡа баҫа. Шулай ҙа дәүләттән ярҙам көтөп, «Алма беш, ауыҙыма төш», — тип ятмай, ҙур итеп нигеҙ ҡороп, йортто күтәреп тә ҡуялар. Уның янында бәләкәй өйҙә көн күргән ғаиләнең бәхетен арттырып, бер-бер артлы улдары Иҙел менән Илназ донъяға килә. Икенсе балаға әсәлек капиталын юллап, иш янына ҡуш итәләр.
Ғаилә башлығы Вадим Вәзир улы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Көн дә ҡала юлын тапаһа ла, арып-талыуына ҡарамаҫтан, кис һайын сүкеш-ҡорамалын тотоп, төҙөлөштәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән була. Һәр һөнәргә маһир, булдыҡлы, бөтмөр хужа барыһын да үҙе эшләй.
— Иптәшем оҫта ҡуллы, нимәгә тотонһа ла атҡарып ҡуя. «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигәндәй, бер башлаһа урын-еренә еткереп башҡара. Мин дә шунда тотошоп, ярҙамлашып йөрөгән булам. Шулай бергә-бергә хыялыбыҙҙағы торлаҡты булдырҙыҡ, — ти Филүзә.
Ә йорт, ысынлап та, шәп. Өсөнсө улдары Данис тыуғас та, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, яңы өйгә күсәләр. Һәр бүлмә зауыҡ менән эшләнгән, заманса йыһазландырылған. Уртаҡ маҡсаттары тормошҡа ашҡан йәш ғаилә ҡыуанып йәшәй башлай. Быйылғы 1 Май байрамы Ишбулатовтар өсөн бик ырыҫлы килә. Уларға ете йыл сират көткәндән һуң сертификат тапшырыла. Ярҙам аҡсаһын төкөтмә төҙөүгә тотонмаҡсылар. Хәҙер ышаныслы подрядсы ойошма табып, эш башларға ҡала. Йәйгә эштәре күп — газ да үткәрергә кәрәк. Бында күп балалы ғаиләләргә бирелгән сертификатҡа өмөт тоталар.
Ғаилә тормошонда быйыл буласаҡ тағы бер мөһим ваҡиға — өлкән улдары беренсе класҡа бара. Балаларын мәктәпкә биреүгә бик яуаплы ҡарай улар. Әле алты йәшлек Иҙел менән дүрт йәшлек Илназ «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсә улдары эргәләге генә яңы, матур баҡсаға йөрөүенә ҡыуанып бөтә алмай. Бәйләү-тегеүгә оҫта хужабикә лә, ағас, тимер эшенә маһир хужа улдарында ла хеҙмәткә һөйөү уята. Сыйырсыҡ ояһы эшләһендәрме, түтәл ҡаҙһындармы, гел бергә. Ә балалар баҡсаһынан ҡул эштәре ҡушһалар, ижади ҡарашлы ғаилә күмәкләп сынъяһау уйынсыҡтар яһап ҡуя. Әйткәндәй, шул оҫталыҡтары арҡаһында төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеүсе булғандары бар. «Юлдаш» радиоһы иғлан иткән «Бәләкәс-көләкәс» фотоконкурсында еңеп, Өфөгә бүләкләүгә барғандар. Экология йылын ҡаршы алыр алдынан ошо уҡ радионың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге бәйгеһенә өс эко-шыршы эшләп ебәрәләр. Аҡ ҡауырһындан ҡупшы шыршыҡай айырыуса үҙенсәлекле сыға һәм тағы еңеүсе булалар. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында ойошторолған «Гагаринсылар» конкурсында улы Иҙелдең һүрәте районда иң яҡшыһы тип танылып, республика бәйгеһендә призер булараҡ билдәләнә. Илназ да бәләкәс булһа ла гәзит мәҡәләһе геройы булырға өлгөргән. 2017 йылда ЗАГС органы ойошторолоуға 100 йыл булған һәм ошо датаға ҡарата районда йөҙөнсө булып тыуған баланы бүләкләйҙәр. Ишморатовтарҙың икенсе улы тап ошо һан аҫтында донъяға килгән.
Көндәлек тормоштарын үҙенсә биҙәп-йәмләп йәшәгән ғаилә төрлө байрамдарға бер иштән кейенеүе лә ҡыҙыҡ. 2018 йылда ике бәләкәй улын һалдат кейемендә Еңеү тантанаһына алып килгән Ишбулатовтар иғтибар үҙәгендә булалар. Хатта телевидение уларҙан интервью алып, улдары әйтмешләй, телевизорға төшәләр. Был матур башланғысҡа Иҙел юл һалған. Вадимдың ҡустыһы армияға киткәс, миңә лә ағайымдыҡы кеүек хәрби кейем кәрәк тип таптыра башлай. Тынғыһыҙ Филүзә балаһының теләген үтәй: фабриканан кейемдәр алдыра. Аҙаҡ улар уҙғарған конкурста ҡатнашып, еңә һәм аҡсалата бүләк тә ала. Хәрби кейемгә тап килтереп, итектәрен бергәләп теккәндәр. Ә быйылғы 9 Майға өсөнсө улдары Данис та ағалары менән бер иштән кейенеп сыға. Өс бәләкәй «һалдат»ҡа һоҡланмаған кеше ҡалмай.
Әле декрет ялындағы әсә бала бағып ҡына ултырмай, шулай төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнаша, донъяһын матурлай, гөлдәр үҫтерә. Бер-береһенә булған һөйөүҙе һүрелтмәй, аңлашып йәшәйҙәр, улдарын лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Улары ҡул араһына инеүенә ҡыуанып бөтә алмайҙар.
— Әсәй, еләккә үҙем һыу ҡоям, — тип баҡсала йүгереп йөрөгән Иҙел, кескәй ҡустыһын ҡарап торорға эшкингән Илназ ата-әсәһенә оҡшап бик булдыҡлы, шәп булып үҫмәкселәр.
— Улдарыбыҙҙың бәләкәй генә уңыштары беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Уларға үҫеү, уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырырға тырышабыҙ, — тиҙәр Филүзә менән Вадим Ишбулатовтар.
Даланлы ла, тырыш та ғаиләнең бәрәкәт-ырыҫына күҙ теймәһен. Үҙ ҡулдары менән ҡорған донъяларында бәхетле йәшәргә насип булһын.
Читайте нас