Былтыр республикала 2019 йыл менән сағыштырғанда 851 сабыйға аҙыраҡ тыуған, әммә өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуыуы иҫәбенә 2021 йылдың тәүге кварталында тыуым артыуы күҙәтелә. Өсөнсө балалар тыуымы 11 процентҡа артҡан.
Уҙған йыл республикала никахтар ҙа, айырылышыуҙар ҙа кәмегән. 2019 йылда 25 060 никах һәм 15 399 айырылышыу осрағы теркәлһә, былтыр был һандар 19 270 һәм 14 572 тәшкил иткән.
Пандемия осоронда дөйөм үлем кимәле 23 процентҡа күбәйгән. Былтыр республикала 59 844 кеше вафат булған, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 10 649 осраҡҡа артығыраҡ тигән һүҙ.
Былтыр республикаға 39,8 мең кеше килгән һәм 44,7 мең кеше сит тарафтарға киткән. Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканан ситтә халыҡтың 9,2 проценты йәшәй һәм эшләй.