Йәмғиәт
15 Мая 2021, 03:00

Милли проекттар буйынса медиарейтингта – икенсе

Милли проекттарға ҡағылышлы матбуғатта телгә алыныуы буйынса март айына рейтинг әҙерләгән. Унда Краснодар крайы – беренсе, Башҡортостан – икенсе, Мәскәү өлкәһе өсөнсө урынды биләгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Медиалогия” компанияһы ил төбәктәренең Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың “РФ үҫешенең 2024 йылға тиклемге милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары“ тип аталған “май указы”на, йәғни милли проекттарға ҡағылышлы матбуғатта телгә алыныуы буйынса март айына рейтинг әҙерләгән. Унда Краснодар крайы – беренсе, Башҡортостан – икенсе, Мәскәү өлкәһе өсөнсө урынды биләгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Мәҫәлән, матбуғат саралары “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу ярҙамында Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрендәге автомобиль юлы тоннелдәре тоташыуы хаҡында хәбәр иткән. Шулай уҡ ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынған “Ансат” медицина вертолетының өс ай эшләү осоронда 25 осош яһағаны, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты уңыштары тураһында телгә алынған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырыла башлаған милли проекттарға бәйле телгә алыныу буйынса топ-10-ға Түбәнге Новгород, Һамар өлкәләре, Санкт-Петербург, Новосибирск өлкәһе, Приморье крайы, Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайы ингән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас