Йәмғиәт
16 Мая 2021, 06:30

Үҙ эшен асҡандарға ярҙам

Уҙған йылда республикала дүрт йөҙгә яҡын кеше үҙ эшен асып, дәүләт бюджетынан ярҙам алды. Физик мөмкинлектәре сиклеләрҙе эшкә алған ойошмаларға компенсация түләнгән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү“ милли проектына ярашлы, быйыл да аҡса бүленгән ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, быйыл үҙ эшеңде асыуға 19 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле 116 кеше аҡса алған. Дүрт ай эсендә аҡсаның 90 проценты үҙләштерелгән. Министр урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, ошо маҡсатҡа өҫтәмә финанслау алыу өсөн мөмкинлектәрҙе эҙләү дауам итәсәк.
Инвалидтарға килгәндә, быйыл ғына Мәшғүллек үҙәктәренә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 1700-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың яртыһы эш менән тәьмин ителгән. Программаға ярашлы, хәҙер эш биреүселәргә эш урынын ойошторған өсөн түләүҙән тыш, яңы хеҙмәткәргә түләнәсәк эш хаҡының бер өлөшө компенсацияланасаҡ. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда Мәләүез районында дәүләт ярҙамы менән инвалидтар өсөн 12 эш урыны булдырылды. Былтыр - 18, быйыл 11 кеше үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамын алды.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү“ милли проекты предприятиеларҙы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға дәртләндереүгә, артыҡ административ ҡаршылыҡтарҙы алып ташлауға йүнәлтелгән. Төп маҡсаты - йыл һайын уртаса һәм эре предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, лайыҡлы, тәьҫирле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡты үҫтереү.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, йыл һайын милли программаны тормошҡа ашырыуға кәм тигәндә ун төбәкте йәлеп итеү ҡаралған.
Читайте нас