Бөгөндән, йәғни 17 майҙан республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башланы. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында үтә.
Республиканың гражданлыҡ институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль тәғәйенләнешле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар туғыҙ йүнәлеш буйынса конкурсҡа ғариза бирә ала:
*социаль хеҙмәтләндереү, айырым категория граждандарҙы яҡлау;
*ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;
*граждандар хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү;
*сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт;
*тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, хайуандарҙы яҡлау, милләт-ара, дин-ара килешеүҙе булдырыу;
*мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурстың бюджеты – 164850668 һум. Ғаризаларҙы электрон рәүештә grant.bashkortostan.ru сайтында 15 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-903-311-69-37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булышлыҡ итеү бүлеге), 8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).