Әлеге ваҡытта Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа ағып төшөүгә төркөмдәр туплау бара. 18 йәштән өлкән инвалидлыҡтағы кешеләр, сә-ләмәтлек хәле буйынса тыйыуҙар булмаған осраҡта, «Ағиҙел тулҡындарында» һыу сәйәхәтендә ҡатнаша ала. Турҙар май аҙағынан сентябргә тиклем дауам итәсәк, бөтәһе 10-шар кешене йәлеп иткән 8 тур ойоштороласаҡ. Тимәк, йәй дауамында сәлә-мәтлек мөмкинлектәре сикле 80 кешене онотолмаҫ тәьҫораттарға бай сәфәрҙәр көтә. Төркөмдәрҙе икешәр ирекмән, медицина хеҙмәткәре һәм тәжрибәле тренер-инструктор оҙатып алып йөрөйәсәк.
Һәр турҙың программаһы түбәндәгесә планлаштырылған. Беренсе көн төркөм һәм оҙатыусылар 15 сәғәт-тә Асҡарҙан ҡуҙғала, автобус Бөрйән районының Мәндәғол ауылына илтеп ҡуя. Тәүге кис туҡталҡала урынлашыу, палаткалар, туристик мунса ҡороуҙан тыш, күңелле саралар менән дә оҙатыласаҡ. Ирекмәндәр яр буйҙарын күрһәтеп йөрөтөп киләсәк, танышыу кисәһе ойошторасаҡ. Мунса инеү, балыҡ тотоу — һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба аласаҡ. Ирекмәндәр киске аш яраштырасаҡ. Тренер-инструктор иртәгәһе көнгә билдәләнгән төп сара — катамарандарҙа йөрөүгә әҙерлекте башлап, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса инструктаж үткәрәсәк. Иртәнге аштан һуң юлға. Катамарандар Кәбәнташ тауы, Әкиәт мәмерйәһе тәңгәлендә туҡталыш яһаясаҡ, экскурсиялар, спорт ярыштары, һыу инеү, балыҡ тотоу һәм патриотик йырҙар конкурсы менән тамамланасаҡ был көн. Тур өсөнсө көндә төшкә ҡәҙәр дауам итәсәк. Сәйәхәттә ҡатна-шыусылар Шүлгәнташ мәмерйәһендә туҡталасаҡ. Музей-экскурсия комплексы менән танышҡандан һуң ҡайтыр юлға сығасаҡтар.
Бына шундай бай программалы турҙар көтә. Тыуған Башҡортостандың хозур төбәген үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргегеҙ, үҙегеҙҙе һыу туризмы ағзаһы итеп һынап ҡарағығыҙ килһә, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Яҙылыу һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-960-387-57-50 телефонына, инвалидтар йәмғиәте рәйесе Н. В. Әҡсәноваға мөрәжәғәт итегеҙ.