Йәмғиәт
18 Мая 2021, 05:50

Милләтеңде үҙең билдәләйһең

Иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы милләткә ҡағылышлы һорау асыҡтан-асыҡ ҡуйылған. Һәр кем үҙ милләтен теләгәнсә һайлай. Иҫәп алыусыға кешенең яуабын шик аҫтына ҡуйыу йәки йүнәлтмә һорау биреү тыйыла.

Иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы милләткә ҡағылышлы һорау асыҡтан-асыҡ ҡуйылған. Һәр кем үҙ милләтен теләгәнсә һайлай. Иҫәп алыусыға кешенең яуабын шик аҫтына ҡуйыу йәки йүнәлтмә һорау биреү тыйыла.
Әүәлге халыҡ иҫәбен алыу сараһы Башҡортостанда 162 милләт вәкиленең тыныс һәм татыу йәшәүен күрһәтте. Улар араһында 18 Америка, өс Африка, бер Көньяҡ Африка, ике ильтемен (Камчатка ярымутрауындағы ерле халыҡ), ете Чукотка, бер Яңы Зеландия вәкиле булған.
Быйылғы иҫәп алыуҙың йәнә бер мөһим үҙенсәлеге – бер нисә милләтте һәм өйҙә һөйләшкән бер нисә туған телде күрһәтергә мөмкин. Бәлки, был турала бер ҡасан да уйлап та ҡарамағанһығыҙҙыр, шул уҡ ваҡытта фән өсөн бындай мәғлүмәт бик мөһим – Рәсәйҙә никахтарҙың 15 проценты, ә Башҡортостанда һәр өсөнсө никах – ҡатнаш, йәғни милләт-ара, һәм уларҙың һаны даими арта бара
Читайте нас