Йәмғиәт
19 Мая 2021, 09:50

Ата-әсәләргә байрамға килергә рөхсәт

Һөйөнсө! Балалар баҡсаларындағы сығарылыш иртәлектәрен һәм мәктәптәрҙә кисәләрҙе ата-әсәләрһеҙ үткәреү ҡарары үҙгәртелде

Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһының сығарылыш кисәләрен ата-әсәләр менән бергә үткәреү башланғысын хупланы. Ата-әсәләргә балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә инергә рөхсәт ителә.

Әгәр ата-әсәләр коронавирусҡа ҡаршы прививка (беренсе компоненты), антиесемдәр, кире ПЦР тураһында сертификат йәки йоғошло сирҙәрҙән яфаланыусылар менән бәйләнештә булыу-булмау хаҡында медицина белешмәһе (2021 йылдың 20 майынан башлап бирелгән) килтерһә, иртәлекте һәм Һуңғы ҡыңғырау байрамын ябыҡ бинала уҙғарырға мөмкин.

Ә тышта ата-әсәләр ҡатнашлығындағы иртәлектә, һуңғы ҡыңғырауҙа битлек кейеү, социаль аралыҡты һаҡлау мөһим.
Читайте нас