Йәмғиәт
19 Мая 2021, 03:35

Капиталь ремонт өсөн ваҡытында түләйһегеҙме?

Республикала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса бурысының дөйөм суммаһы 937 миллион һумға барып баҫҡан. Һөҙөмтәлә “БР Төбәк операторы” йәмғиәте йыйылған бурыстарҙы ҡайтарып алыу өсөн 53,5 мең иск ғаризаһы биргән. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республикала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса бурысының дөйөм суммаһы 937 миллион һумға барып баҫҡан. Һөҙөмтәлә “БР Төбәк операторы” йәмғиәте йыйылған бурыстарҙы ҡайтарып алыу өсөн 53,5 мең иск ғаризаһы биргән.
Һуңғы алты йылда республикала 6,5 мең күп фатирлы йортҡа ремонт яһалған, был – программаға индерелгән йорттарҙың 40 проценты тигән һүҙ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә республикала торлаҡ йорттарҙы ремонтлау, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Бына быйыл да 907 күп фатирлы йортта ҙур ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
Читайте нас