Йәмғиәт
19 Мая 2021, 04:00

Яңы байрам барлыҡҡа килде.

Рәсәй Хөкүмәте яңы рәсми һөнәри байрам – Фармацевтар көнө булдырҙы. Ул йыл һайын 19 майҙа билдәләнәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте яңы рәсми һөнәри байрам – Фармацевтар көнө булдырҙы. Ул йыл һайын 19 майҙа билдәләнәсәк.
Фармацевтар көнөн булдырыу тәҡдиме менән премьер-министр Михаил Мишустинға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты мөрәжәғәт итте. Һәм бына ике көн элек ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
"Фармацевтика тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең көнөн быға тиклем медиктар менән бергә билдәләй торғайны. Һәм был бик дөрөҫ тә түгел ине. Шуға айырым байрам барлыҡҡа килеүе ҙур шатлыҡ. Был көн беҙҙең илдәге күп һанлы фармацевтар, провизорҙар хеҙмәтенең һаулыҡ һаҡлау системаһындағы мөһим урынын билдәләп торасаҡ”, - тине халыҡ фронты эксперты Евгений Гордеев.
Әбйәлилдең бөтә фармацевтарын, аптекаларҙа эшләгән һәм беҙҙең һаулыҡ һағында торған яҡташтарбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар ғаилә именлеге, тыныс аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Читайте нас