Йәмғиәт
20 Мая 2021, 11:29

Путин халыҡ иҫәбен алыуҙы октябргә күсереү тәҡдимен хуплай

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ил Президенты Владимир Путинға халыҡ иҫәбен алыуҙы октябргә күсереүҙе тәҡдим иткәйне.#ВладимирПутин

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ил Президенты Владимир Путинға халыҡ иҫәбен алыуҙы октябргә күсереүҙе тәҡдим иткәйне.
Белеүебеҙсә сентябрҙә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау үтәсәк. Һайлау компанияһына рәсми старт июндә бирелә һәм ул һайлауҙар үткәнсе бара. Ошо уҡ ваҡытта, йәғни августан сентябргә тиклем халыҡ иҫәбен алыу ҙа билдәләнгәйне. “Берҙәм Рәсәй” партияһы генераль советы сәркәтибе Андрей Турчак фекеренсә, ошо ике ваҡиғаның бер ваҡытҡа тап килеүе, кәрәкмәгән көсөргәнеш булдырыуы мөмкин. “Октябрҙә һайлауҙар үткән була, кешеләр был ваҡытта халыҡ иҫәбе һорауҙарына тыныс шарттарҙа, уйлап яуап бирәсәк”, - тип һанай А.Турчак.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡыты коронавирус пандемияһы сәбәпле инде ике тапҡыр күсерелде. РФ иҡтисади үҫеш министрлығының һуңғы ҡарарына ярашлы, халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабын 23 августан 30 сентябргә тиклем үткәреү планлаштырылғайны. Иҫәп алыу ҡағыҙында бөтәһе 33 һорау буласаҡ, шуларҙың 23-е социаль-демографияға, унауһы торлаҡ шарттарына ҡағылышлы буласаҡ.
Читайте нас