Йәмғиәт
21 Мая 2021, 05:50

Депутат «Осҡон» бүләк итте

Ҡушый мәҙәниәт усағында «Ауылым күркәм матур кешеләре менән» исемле сара үтте.

Ҡушый мәҙәниәт усағында «Ауылым күркәм матур кешеләре менән» исемле сара үтте. Ауылда төпләнгән генә түгел, сығыштары Ҡушыйҙан булып, күрше-тирә ауылдарҙа йәшәгән өлгөлө ғаиләләр, юбиляр парҙар, күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәр һәм атайҙар, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ағай-апайҙар, инәй-апалар, дәртле һәм һәләтле йәштәр саҡырылғайны был кисәгә. Унда БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла ҡатнашты.
Клубтың фойеһында Ҡушый оҫтабикәләренең ҡул эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылғайны. Сараға килгәндәр Зәйтүнә Көмөшбаеваның күҙ яуын алырлыҡ милли биҙәүестәрен, Римма Ишбирҙинаның бәйләнгән әйберҙәрен, Илүзә Килдейәрованың матур ҡорамаларын, әсәле-ҡыҙлы Зөлфирә һәм Римма Һибәтуллиналарҙың ептәрҙән бәйләнгән ҡурсаҡтарын һоҡланып та, ҡыҙығып та ҡараны.
— Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро, старосталар төрлө тәрбиәүи эштәрҙе бергәләп башҡарһа, һөҙөмтә лә була. Ауылда төп көстө тәшкил иткән йәмәғәтселек насар күренештәргә ҡаршы көрәш алып бара, төрлө саралар, өмәләр ойоштороп халыҡты бергә туплауға үҙ өлөшөн индерә, уларҙың өлгөһөнә йәштәрҙең эйәреүе айырыуса ҡыуаныслы, — тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. — Әле ауылда эштәрҙең ҡыҙған мәленә ҡарамаҫтан, клубҡа халыҡтың дәррәү йыйылыуы, улар араһында ир-уҙамандарҙың күп булыуы һөйөндөрә.
Гөлнур Ҡолһарина ошо сараны ойошторған ауыл клубы мөдире Фәнүзә Дәүләтоваға йылы һүҙҙәрен еткерҙе:
— Фәнүзә Ғалип ҡыҙы мәҙәни тормош һүнеп бөткән Ҡаҙмаш клубында һанаулы ғына айҙар эшләп, ауылға йән өргәнен ҡаҙмаштар һағынып һөйләй. Бына ул бөгөн үҙенең тыуған ауылында гөрләтеп эшләп йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе, уҡыусыларҙы йәлеп итеп, тамашалар ойоштора. Ауылдаштарының хеҙмәтен хөрмәтләүгә бағышланған бөгөнгө кисәнең тәрбиәүи әһәмиәте сикһеҙ, бар ғүмерҙәрен хеҙмәттә үткәндәр сикһеҙ ихтирамға лайыҡ.
Артабан Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы илебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә лайыҡлы хеҙмәт иткән мәғариф ветерандары Шәкирә Шәрәфетдинова менән Гөлсирә Ишбирҙинаға «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалын тапшырҙы.
Ҡоролтай депутаты шулай уҡ йәмәғәт эшендә әүҙемлектәре менән айырылып торған Гөлсәсәк Ғималованы, Хәнифә Килдейәрованы, Зәйтүнә Көмөшбаеваны һәм Линара Рәхмәтуллинаны башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
— Район, республика, ил яңылыҡтары менән таныштырып барған район гәзиттәре менән бәйләнеште өҙмәгеҙ. Әбйәлилдең өлгөлө ғаиләләре, уңған ул-ҡыҙҙары, районда барған ыңғай үҙгәрештәр хаҡында яҙған, туған телебеҙҙе һаҡлауҙа ҙур роль уйнаған «Осҡон» менән һәр ваҡыт бергә булығыҙ, баҫмаға яҙылмай ҡалмағыҙ, — тип, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡушый ауылының күп балалы өс ғаиләһенә киләһе ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итте. Шулай итеп, Сәғит Көмөшбаев, Илшат Шәрәфетдинов, Марсель Килдейәровтарҙың йорттарына июль-декабрь айҙарында депутаттың шәхсән бүләге булған «Осҡон» килеп торасаҡ.
Ҡушыйҙа, ысынлап та, маҡтау-хуплауға лайыҡ, күптәргә өлгө булған ололар ҙа, йәштәр ҙә бихисап. Сара барышында кисәне алып барыусы Фәнүзә Дәүләтова уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында төплө мәғлүмәт бирҙе.
Йыр-моңға ғашиҡ, дәртле ҡушыйҙар әҙерләгән концерт номерҙары ла кисәнең сәбәпселәренә арналды. Абрар Ғималовтың гармунда уйнап башҡарған «Тыуған ауылым» йыры һәр кемдең күңеленә үтеп инде.
Уҡыусы малайҙарҙың шиғыр һөйләүен һәм «Шайморатов генерал» йырын да тамашасы йылы ҡабул итте. Айгөл Рәхмәтуллина менән Нурания Мирасбаеваның сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Ағинәйҙәрҙән торған «Сөмбөл» фольклор ансамбленең сығыштары ла бер кемде битараф ҡалдырманы. Ауылдың йыр-бейеүгә маһир ҡатын-ҡыҙҙары сәхнәне дер һелкетеп бейене лә, моңло йырҙары менән хисләндерҙе лә. Бейеүсе егеттәргә айырыуса алҡышланы тамашасылар. Әйткәндәй, бейеүселәрҙән Данил Бикмашев менән Илнар Дәүләтов Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөһәләр ҙә, үҙешмәкәрлектә ҡатнашырға ла ваҡыт табалар, Рушан Сөләймәнов менән Азат Көмөшбаев иһә мәктәп уҡыусылары.
Сара кәйеф-сафаға ғына ҡоролманы, Ҡоролтай депутаты халыҡты борсоған проблемаларҙы тыңланы, хәл итеү юлдарын тәҡдим итте, ҡайһы берҙәрен яҙып алып, һуңынан яуап бирергә вәғәҙәләне, шәхсән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп булды.
— Күҙгә-күҙ осрашып, һөйләшеүгә бер нәмә лә етмәй. Тормошҡа ашмаған күп эштәрҙе һеҙҙең аша хәл итәбеҙ. Һәр саҡ шулай халыҡ яҡлы булып ҡалығыҙ, — тине Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы Фәнгиз Искәнйәров.
— Борсоған мәсьәләләр менән Өфөгә тейешле ведомство-министрлыҡтарға йөрөп, мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге һәр кемдә юҡ. Ошондай осрашыуҙарҙа күтәргән проблемаларҙы, халыҡ илсеһе булараҡ, юғарыла ыңғай хәл итергә тырышыуығыҙға рәхмәтлебеҙ. Халыҡ, милләт мәнфәғәтендә башҡарған һәм башҡарасаҡ эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, — тигән теләктәрен еткерҙе депутатҡа ҡушыйҙар.
Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр, Гөлнур Ҡолһарина үҙе менән офтальмолог, инфекционист, дерматолог, медицина фәндәре кандидаты Ғ. Ҡ. Мәмбәтҡолованы алып килгәйне. Ҡушыйҙарға юғары квалификациялы табип Ғәлимә Ҡаҙим ҡыҙына бушлай күренеп ҡалыу бәхете тейҙе.
Районға эш сәфәре аҙағында Гөлнур Ҡолһарина Ташбулат ауылында йорттары, кәртә-ҡуралары янып юҡҡа сыҡҡан Раян һәм Айһылыу Усмановтарҙа булып, уларға матди ярҙам тапшырҙы. Ғәлимә Мәмбәтҡолова иһә ташбулаттарға медицина ярҙамы күрһәтте. Дөйөм алғанда, был көндө Әбйәлилдең 47 кешеһе табиптан консультация алды.
Читайте нас