Йәмғиәт
21 Май 2021, 06:08

Өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Халыҡ-ара Ғаилә көнөнә арнап район мәҙәниәт һарайында тантаналы сара уҙҙы

Халыҡ-ара Ғаилә көнөнә арнап район мәҙәниәт һарайында тантаналы сара уҙҙы.
Күп балалар үҫтергән, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов ҡотланы.
— Районыбыҙҙа гөрләтеп донъя көткән, бар яҡтан үрнәк булырлыҡ ғаиләләр күп. Улар тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, үҙ көстәренә ышанып күп бала баға, йәмәғәт эштәре уртаһында ла ҡайнай, төрлө ижади бәйгеләрҙә тотош ғаилә менән ҡатнашырға форсат таба, урындар яулай, — тине Руслан Ғөзәйер улы. — Тап шундайҙар Әбйәлилдең данын арттыра. Һәр ғаиләгә именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйем.
Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға үҙ өлөштәрен индергән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған парҙарға район хакимиәте башлығының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Гусевтан 35 йыл бергә йәшәгән Миңзәлә менән Батыр Зариповтар, Амангилденән Венера менән Милләт Низамовтар, Рузилә менән Алмас Латиповтар (Ташбулат), Гөлдәр менән Руслан Әхмәтовтар (Әлмөхәмәт), Дилә менән Кәрим Нафиҡовтар (Дәүләт), Резеда менән Рифат Баймөхәмәтовтар (Ҡырҙас), Розалия менән Азат Сафиуллиндар (Асҡар), Миңзәлә менән Йәмил Хөснөтдиновтар (Байым), Илүзә менән Илгиз Шаһыбаловтар (Хәмит), Ләйсән менән Радмир Ғиләжевтар (Михайловка), Гөлсинә менән Руслан Динмөхәмәтовтар (Рауил), Гөлназ менән Рөстәм Тайыповтар (Буранғол), Айгөл менән Айҙар Мөхәмәтшиндар (Йәнгел), Альбина менән Зәбир Ғүмәровтар (Хәлил), Динә менән Азамат Зариповтар (Красная Башкирия) тәбрикләнде.
Артабан сәхнә түренә биш һәм күберәк балалар тәрбиәләгән әсәләр саҡырылды. Миләүшә Әхмәтйәнова, Илүзә Бикйәнова, Айһылыу Ғөбәйҙуллина, Рәмзиә Дауытова, Айзилә Исҡаҡова, Римма Махийәнова, Әҡлимә Мөхәмәҙиева, Зиниә Шәмсетдинова «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— Тап һеҙ ауылығыҙ ҡото, тотҡаһы булып тораһығыҙ, ғаиләләрегеҙҙә һөйөү, наҙ менән ул-ҡыҙҙар үҫтерәһегеҙ, уларға белем биреү, һәләттәрен үҫтереүгә көсөгөҙҙө йәлләмәйһегеҙ, — тине Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы. — Һеҙҙең өлгөгә башҡалар эйәрә, артабан да шулай сәмләнеп, дәртләнеп йәшәгеҙ.
Мәҙәни-ял үҙәгенең методик бүлеге мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова «Благо Дарю» район акцияһына йомғаҡ яһаны. Ауылдарҙың клубтары менән берлектә уҙғарылған был сарала хәйриә концерттары ойошторолған. Йыйылған аҡсаны Ташбулат ауылынан янғындан зыян күргән Раян Усманов ғаиләһенә тапшырырға ҡарар иттек, тип белдерҙе Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы.
Читайте нас