«Боевое братство» республика ойошмаһы йыл да «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хәрби бурысын үтәгән егеттәргә илдең шифахана-курорттарына юлламалар бирә. Бындай мөмкинлек быйыл беҙҙең райондағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ла тәҡдим ителгәс, ойошманың урындағы бүлеге етәкселеге Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәренең әсәләрен ял итергә ебәрергә ҡарар итте.
— «Боевое братство» ойошмаһында йөрөгән райондаш егеттәргә шул тиклем рәхмәтлебеҙ, — тиҙәр ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендәге шифахананан ҡайтҡан Һәҙиә Хажина менән Миңзәлә Ғүмәрова. — Беҙҙең улдарыбыҙ Илдар Хажин менән Илнур Ғүмәров Абхазияла бергә хеҙмәт итте, үҙҙәренең ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙарыбыҙҙың икеһенә лә әйләнеп ҡайтырға яҙманы — улар бер-бер артлы армияла һәләк булды. Шул мәлдәрҙән бирле икебеҙҙең ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ инде... Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Рузил Низаметдинов, уның урынбаҫары Салауат Хөснийәров, Хәлилдән Таһир Әлибаев һәм башҡа яугирҙәр барыһы ла беҙҙе иғтибарҙан өҙмәй, улдарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалдырмай. Әсәйҙәр көнө булһынмы, 8 мартмы — мотлаҡ күстәнәстәрен тотоп, өйгә килеп, ҡотлап, сәскәләр бүләк итеп китәләр. Юл ыңғайы булһа ла инеп, хәлебеҙҙе белешеп, ярҙамлашып торорға онотмайҙар. Шифаханаға юллама биреүҙәре беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды, аптырап та ҡалдыҡ. Шулай ҙа Рузил үҙе йәһәтләп, бөтә документтарыбыҙҙы туплап, йүнләгәс, икәүләшеп юлға сығырға булдыҡ. Дауахана буйлап беҙҙе Рузил, үҙенең әсәһен алып йөрөгәндәй, етәкләп тигәндәй йөрөтөп, бөтә кәрәкле белешмәләрҙе алып сыҡты һәм апрель башында беҙ Һамарға юлландыҡ. Шөкөр, поезд менән имен-һау барып етеп, Һамар өлкәһенең хозур урынында, Волга йылғаһы буйында урынлашҡан шифаханала ике аҙна ял итергә насип булды. Тәбиғәте лә матур, шифахана хеҙмәткәрҙәре бик ипле, итәғәтле. Унда ла, беҙҙең Яҡтыгүлдәге кеүек, шифалы батҡаҡ бар, унан тыш башҡа төрлө дауалау процедураларына йөрөнөк. Тормош мәшәҡәттәрен, аһ-зарҙарыбыҙҙы бер аҙға булһа ла онотоп, тәнгә лә, йәнгә лә ял алып ҡайттыҡ. Ошондай мөмкинлек бүләк иткән, беҙҙе хәстәрләп торған, улдарыбыҙҙы онотмай, улар иҫтәлегенә Асҡарҙа үҙ көстәре менән мемориал булдырған яугир егеттәребеҙ бөтәһе лә иҫән-һау булһын, именлектә йәшәһен, эштәре уңып торһон. Хәрби хеҙмәткә киткән егеттәр барыһы ла тыуған йорттарына, ата-әсәһе янына әйләнеп ҡайтһын, һуғыш-хәтәр ҡупмаһын.