Йыл һайын 24 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнә. Был көндө славян яҙмаһын төҙөгән изгеләр Кирилл менән Мефодий данлана. Ағалы-ҡустылы был икәү Солуни исемле грек ҡалаһында бай һәм тәрбиәле ғаиләлә тыуған.
Славян яҙмаһын Кирилл менән Мефодий IX быуатта, яҡынса 863 йылда төҙөгәндәр. Яңы алфавитты “кириллица” тип йөрөтә башлағандар. Бик һәләтле һәм үҙ заманының фәндәрен бөтә камиллығында өйрәнгән һәм күп телдәр белгән Кирилл грек алфавиты нигеҙендә славян азбукаһын булдырған. Бынан тыш, ул Мефодий менән Евангелие, Апостол һәм Псалтырҙы славян теленә тәржемә итәләр. Кирилл ауырып үлеп киткәс, ағаһы эшен дауам итә.
Фәнгә индергән хеҙмәттәре өсөн Кирилл менән Мефодийҙы сиркәү изгеләр рәтенә индергән.
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөн XIX быуатта Болгарияла байрам итә башлайҙар, яйлап ул башҡа илдәргә, шул иҫәптән Рәсәйгә күсә. Совет дәүерендә ул туҡтап тора һәм 1991 йылдан беҙҙә йәнә календаргә индерелә.