Йәмғиәт
25 Май 2021, 06:40

Бөгөн - Филологтар көнө!

Һүҙ менән эш итеүсе һөнәр эйәләрен - тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын, филология факультеттары студенттарын, китапханасыларҙы, тәржемәселәрҙе, яҙыусыларҙы, лингвистарҙы, журналистарҙы һәм ғөмүмән тел һөйөүселәрҙе – барыһын да Телселәр көнө менән ҡотлайбыҙ!

“Филология” грек телендә “һүҙгә һөйөү” тигәнде аңлата. Ә кемдәр тел өсөн өҙөлөп, һүҙ ҡәҙерен белеп йәшәй? Әлбиттә, филологтар! Һәм улар бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Һүҙ менән эш итеүсе тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын, филология факультеттары студенттары һәм преподавателдәрен, китапханасыларҙы, тәржемәселәрҙе, яҙыусыларҙы, лингвистарҙы, журналистарҙы һәм ғөмүмән тел һөйөүселәрҙе – барыһын да Телселәр көнө менән ҡотларға мөмкин.
Телселәргә нимә теләргә була? Иң беренсе, тел асҡыстары бирһен Хоҙай! Телегеҙ татлы булһын! Кәрәк ерендә телегеҙ телгә йоҡмаһын, урыны менән тел тигәнде телеп һалығыҙ! Һәр кем менән уртаҡ тел таба белегеҙ! Иң кәрәкле һүҙҙәрегеҙ һәр ваҡыт тел осонда ғына торһон! Тел һөйәкһеҙ ул, һөйләй ҙә һөйләй тиһәләр ҙә, күп телегеҙгә лә һалышмағыҙ! Тел тешләрҙәй ситуацияларға ҡалмағыҙ! Яуыз телдәргә эләкмәгеҙ! Тартай кеүек телегеҙҙән тапмағыҙ! Телегеҙгә тилсә тилсә сыҡмаһын! Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел тиҙәр. Телегеҙҙән һөйөнөп кенә йәшәгеҙ!
Читайте нас