Йәмғиәт
25 Мая 2021, 07:40

Эшкә төшөргә әҙерһегеҙме?

Улайһа, 1 июндән башланасаҡ һөнәр яңыртыу курстары һеҙҙең өсөн.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Улайһа, 1 июндән башланасаҡ һөнәр яңыртыу курстары һеҙҙең өсөн.
Башҡорт дәүләт университеты «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектында ҡатнаша. Уның сиктәрендә өҫтәмә һөнәри белем һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам алырға иҫәп тота алаһығыҙ. Хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәр буйынса квалификацияға эйә булып, карьера төҙөү, хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Проектта ҡатнашыу өсөн кәм тигәндә урта һөнәри белемгә эйә булыу һәм түбәндәге категорияларға ҡарау шарт – эш эҙләп мәшғүллек органдарына мөрәжәғәт иткән йәки бөтөнләй эшһеҙ булһағыҙ; 50 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр; пенсия алды йәшендәгеләр; 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләп өйҙә ултырған ҡатындар; шулай уҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған мәктәпкәсә йәштәге балалары булған әсәләр.
Башҡортостан халҡы ике программала ҡатанша ала: «Персонал һайлау буйынса белгес», «Персональ психолог-консультант».
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас