Йәмғиәт
25 Мая 2021, 05:23

Һөнәрҙең һороһо булмай

Рәйсә Хәлилованың оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһының рәхмәт хаты, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы, мәҙәниәт бүлегенең, үҙәк китапхананың бүләктәре менән билдәләнгән.

Яңыраҡ Беренсе каналдағы «Модный приговор» тапшырыуына имиджын үҙгәртергә килгән ҡатынды эксперттар: «Ауыл китапханасыһына оҡшап тораһың», — тип «хөкөм» иттеләр. Егерме йылдан артыҡ XXI-се быуатта йәшәһәк тә, кешелек һаман китапханасылар тураһында совет заманында барлыҡҡа килгән стереотип буйынса фекер йөрөтә әле. Уларса, китапханасы мотлаҡ ҡара-ғора килешһеҙ кейем өҫтөнә шәл һалған, сәсен артҡа өйгән, күҙлек өҫтөнән ҡоро ғына, талапсан ҡараған олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Әммә хәҙерге китапханасыларҙың күбеһе йәше, белеме, эрудицияһы, тәбиғәте, ҡиәфәте менән был образға бөтөнләй тап килмәй. Шундайҙарҙың береһе — Сиҙәм ауыл китапханаһы китапханасыһы Рәйсә Хәлилова. Һәр саҡ йылмайып йөрөүсе, асыҡ, аралашыусан, күп уҡыған, күп белгән, бөхтә ханыма һоҡланып ҡарайһың да, эшләгән урынын барып күргәндән һуң, уның позитивлығына, тормошҡа юмор күҙлеге аша ҡарай белеүенә тағы бер ғәжәпләнеп ҡуяһың.
Йәй көнө Сиҙәм китапханаһы бинаһының күп кенә урындарына биҙрә, тас теҙелеп ҡуйылыуын күрергә мөмкин. «Беҙҙә түбә ике ҡатлы, береһе — полиэтилендан», — тип шаяртырға ярата Рәйсә, стеллаждарҙы буйынан-буйына ҡаплаған шыптырҙы күҙ уңында тотоп. Нисек һаҡлаһаң да, тишек-тошоҡтарҙан һыу ағып тороу арҡаһында дым тартҡан китаптарҙы киптереү бер мәшәҡәт. Шул арҡала төрлө ижади сараларҙы ла китапханасы мәҙәниәт йортоноң фойеһында, ә балалар өсөн мәктәпкә барып үткәрә.
Рәйсә Нурислам ҡыҙы йәш сағында колледжда педагог һөнәрен үҙләштереп, бер аҙ мәктәптә уҡытып та алған кеше, ғаилә сәбәптәре буйынса тыуған яғы Сиҙәм ауылына ҡайтырға мәжбүр булғас, әлбиттә, яратҡан эшен дауам иткеһе килә. Ләкин ауылда бит һөнәр һайлау мөмкинлеге сикләнгән, ниндәй ҙә булһа эш тапһаң һәйбәт. Шуға һеңлеһе үҙенең урынына китапханасы булып урынлашырға тәҡдим иткәс, Рәйсә бер ҙә үҙен был «һоро» һөнәрҙә күрергә теләмәй, «ҡалай һәйбәт урын, китап уҡып ултырып ҡына аҡса алаһың» тиеүселәргә лә иҫе китмәй, шулай ҙа «ярай, ваҡытлыса ғына» тип ризалаша.
Әммә был «ваҡытлыса»ға быйыл 20 йыл да булып киткән икән. Хәҙер инде Р. Хәлилова — Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының китапхана бүлеген тамамлаған махсус юғары белемле, тәжрибәле белгес. «Элек телефон, хатта һәр өйҙә телевизор ҙа булмаған заманда кеше буш ваҡытын китапханала уҙғарҙы, шуға хеҙмәткәрҙәрҙең эше китап биреү менән сикләнгән. Ә хәҙер заман икенсе һәм беҙҙең бурыс — интернетҡа һәм ТВ-ға әүрәгән кешеләрҙә уҡыуға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү, китапхана юлын оноттормау. Бының өсөн хәҙер китапханасы үҙе халыҡҡа йөрөргә тейеш», — тип һөйләй Рәйсә Нурислам ҡыҙы. «Халыҡҡа йөрөү» тигәндә ул төрлө әҙәби кисәләр, китап презентациялары, тематик байрамдар, китап күргәҙмәләре, иң күп китап уҡыусы кешеләр һәм ғаиләләр конкурстары ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Бөгөнгө шарттарҙа онлайн рәүештә башҡара торған эштәр ҙә байтаҡ: «Бәйләнештә» селтәрендә төркөмдө йәнле һәм уҡымлы итеп алып барырға, китап уҡыусыларҙы видео һәм фото конкурстарға йәлеп итеү, бүләктәр табыу, викториналар, уйындар, мәғлүмәт минуттары ойоштороу һәм башҡалар. «Мәктәп менән даими бәйләнештә булыу минең уҡытыусы булып эшләү теләгемде ҡәнәғәтләндерҙе, шулай тора-бара китапхананы яраттым һәм ҙур ихласлыҡ менән эшләп алып киттем. Халыҡты ойоштороу, мәҙәни тормош эсендә ҡайнау, һәр ваҡыт нимәлер ижад итеү, уйлап табыу кәрәклеге менән оҡшай миңә эшем. Айырыуса Бөйөк Еңеү темаһын яратам. Элегерәк һуғыш ветерандарын, унан тыл ветерандарын саҡыра инем, хәҙер һуғыш балаларына мөмкин тиклем иғтибар күрһәтеп ҡалғы килә», — тип дауам итә геройым.
Рәйсә Хәлилованың оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһының рәхмәт хаты, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы, мәҙәниәт бүлегенең, үҙәк китапхананың бүләктәре менән билдәләнгән. Китапханасы булғандан алып урындағы һайлау комиссияһы ағзаһы булып тора, өс Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу компанияһында ҡатнашҡан өсөн алған маҡтау билдәһе һәм миҙалдары ла бар. «Беҙҙең эштә иң ҙур награда — халыҡтың китапҡа һөйөүе. Кешеләр китапханаға йөрөй икән — тимәк, беҙҙең эш кәрәк, — ти китапханасы. — Ә һөнәрҙәрҙең һороһо булмай, уны сағыу, ҡыҙыҡлы, кәрәкле яһау кешенең үҙенән тора».
Читайте нас