Хәҙерге заманда күп нимә халыҡ фекеренән тора. Урындан күтәрелгән инициатива буласаҡ проекттарҙың нигеҙе булып тора. Ябайлаштырып әйткәндә, халыҡҡа кәрәк икән – эшләнә, кәрәкмәһә – хөкүмәткә ниңә аҡсаны бушҡа сарыф итергә? Эш төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҡағылғанда, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Ә тауыш бирергә! Тауыш биреү
2.gorodsreda.ru платформаһында 30 майға тиклем дауам итә. Унда 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Район яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашығыҙ, уның яҡшыраҡ, матурыраҡ һәм уңайлыраҡ булыуы өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ!