1995 йылдан Рәсәйҙә 27 май көнө Китапханалар көнө билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә инә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул тәүҙә Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Китапхана – элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Кешеләр бында китап алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһы, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығы эҙләй. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та.
Башҡортостан Республикаһында дүрт меңләп китапхана иҫәпләнә, уларҙың 1704 – халыҡ өсөн асыҡ, 1395 ауыл һәм 182 ҡала китапханаһы. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда дөйөм асыҡ китапханалар фонды 31399 берәмек тәшкил итә.
Рәсәй китапханалар көнө – ул китап эше белгестәре, библиографтар, китапханасылар, уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә китап һөйөүселәрҙең дә байрамы.