Йәмғиәт
27 Мая 2021, 05:54

Путин ғаиләләргә яңы ярҙам сараларын хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Атап әйткәндә, беренсе сентябрҙән ете йәшкә тиклемге баланы ҡарағанда больничный эш хаҡының йөҙ проценты күләмендә түләнәсәк.
Бынан тыш, һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклем балаһы булған тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаилә төбәктәге йәшәү минимумының яртыһына торошло айлыҡ түләм аласаҡ. Рәсәй буйынса ул уртаса 5650 һум тәшкил итә.
Үҙ сиратында, 12 аҙнаға тиклем йөклөлөк буйынса медицина иҫәбенә торған ҡатын-ҡыҙҙар ауыр тормош хәленә ҡалыу сәбәпле, айына 6350 һумға иҫәп тота ала.
Читайте нас