+15 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
31 Мая 2021, 05:41
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала табиптар бригадаһы алты районда эшләй.
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала табиптар бригадаһы алты районда эшләй:
— Өфө маршруты Өфө районында эшен дауам итә (31 майҙан 2 июнгә тиклем — Рус Юрмашы, 3-4 июндә Шмидт ауылдарында);
— Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшләй (31 майҙа-4 июндә – Арыҫлан, 7-11 июндә Кандаковка ауылдарында);
— Нефтекама маршруты – Балтас районында эшен дауам итә (28 майҙан 1 июнгә хәтлем – Түбәнге Ҡарыш, 2-4 июндә Һәйтәк ауылдарында);
— Октябрь маршруты Баҡалы районында эшләй (31 майҙан 2 июнгә тиклем – Үмәр, 3-4 июндә Ҡамышлытамаҡ ауылдарында);
— Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эшен дауам итә (31 майҙан 2 июнгә хәтлем – Ҡарайған, 3-7 июндә Яңы Әптек ауылдарында);
—
Белорет маршруты – 31 майҙан
2 июнгә тиклем – Учалы районы Илсеғол ауылында,
3 июндән Әбйәлил районы Хәлил ауылында
эшләй.
Табиптар бригадаһында терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр бар.
https://
www.bashinform.ru/news/1599909-v-bashkirii-nazvali-marshruty-poezdov-zdorovya-na-etu-nedelyu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"