Йәмғиәт
1 Июня 2021, 05:56

Татыу күршеләр — шат балалар

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе атайҙар Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең ярҙамы менән уйын майҙансығы эшләп өлгөрттө.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе атайҙар Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең ярҙамы менән уйын майҙансығы эшләп өлгөрттө.
Майҙансыҡ эшләү тарихы ҡышҡыһын башлана. Биҫтәлә йәшәүсе йәш ата-әсәләр балаларға ҡышҡы каникулдарҙа уйнарға боҙ ҡаласығы эшләргә була. «Күршеләр» чатын булдырып, ҡыҙыу фекер алыша башлайҙар. Мәсьәлә урын һайлауға барып теркәлгәс, буш ятҡан бер-ике шәхси биләмәгә туҡталалар. Берәүһенең хужаһы ҡаршы сыға, икенсеһе үҙе үк ризалыҡ бирә. Был турала кемдер ауыл биләмәһе башлығына еткерә һәм Дамир Харрасов халыҡ менән күрешеп һөйләшергә килә. Ата-әсәләрҙең яҡшы ниәтен хуплап, ул бәхәсһеҙ буш урын күрһәтергә вәғәҙә итә һәм күп тә үтмәй, активистарҙы хакимиәткә саҡырып, ваҡытлыса түгел, ә даими нигеҙҙә майҙансыҡҡа урын бүлеүҙәрен хәбәр итеп һөйөндөрә, Көнсығыш-2 биҫтәһе халҡына «Һырғалаҡ» район конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә.
Урын билдәләнгәс, ир-егеттәр дәррәү эшкә тотона. Конкурсҡа ике аҙна ғына ваҡыт ҡалған була. Күршеләр буш ваҡыттарын шунда уҙғара: кемдер көндөҙ, кемдер кис, кемдер таң менән сығып эшләй. Боҙ сығарыуҙа ла күмәкләп ҡатнашалар. Шулай итеп, атайҙарҙың тырышлығы менән ике аҙна эсендә күҙ яуын алырҙай боҙ ҡаласығы хасил була.
Бер кемдән ярҙам, аҡса һорамайҙар. Һәр кем хәленсә ярҙам итә. Ҡаласыҡты асыу тантанаһына килгән ауыл биләмәһе башлығы Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе татыу күршеләрҙең берҙәмлегенә, дәртенә һоҡланып, рәхмәт белдерә һәм еңеүселәр тип иғлан итеп, бүләккә балалар уйын майҙансығы отоуҙарын әйтә.
Яҙ еткәс, уйын ҡорамалдарын барып алалар. Уға ҡушып цемент та бирәләр. Әле шуны ир-егеттәр дәррәү генә урынлаштырып ҡуйған. Ҡышҡыһын да, был юлы ла өмәнән бер көн ситтә ҡалмай, эшкә сыҡҡан кеүек йөрөүселәрҙән Артур Ишбулатовты, Урал Ишмөхәмәтовты, Рөстәм Ҡарасовты, Фәиз Мусинды, Айгиз Тулыбаевты, Дим Сөләймәновты, Азат Хәйретдиновты, Азат Әсәҙуллинды, Марс Ғиләжевты, Раян Оморҙаҡовты, Илшат Йомағужинды, Альберт Дәүләткирәевты, Йәмил Байтүринды, Юнир Исламғоловты, Илдус Ғәниевты билдәләргә була. Өмәләрҙә ҡатнаша алмағандар төҙөлөш материалдары яғынан ярҙам иткән. Шулай уҡ ҡышҡы ҡаласыҡ төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән Азамат Ғилманов, Анисар Мырҙагилдин, Илгиз Истамғәлин, Венер Исҡаҡов, Ринат Ғөбәйҙуллин, Азамат Рәхмәтуллин, Салауат Бүләкбаев, Руслан Шафиҡов, Нур Шаһивәлиев һәм Шамил Әфләтүновты ла исемләп билдәләп китеү яҙыҡ булмаҫ. Оҫта ҡуллы шәп атайҙарға егәрле әсәйҙәр ҙә ярҙамға килгән. Аш, былау бешереп, өмәселәрҙе ашатыуҙы ойошторғандар. Күмәкләп майҙансыҡ биләмәһенә ағас ултыртҡандар.
Ҡышҡыһын Яңы йыл уттары балҡып янған боҙ ҡаласығынан көн һайын күңелле тауыштар тынмаған. Ата-әсәләр үҙҙәре үк бүләктәр һатып алып ғаилә уйындары уҙғарғандар. Инде шат тауыштар был урында йыл әйләнәһенә тынмаҫ.
Читайте нас