Йәмғиәт
2 Июня 2021, 09:41

Өфө урамдары буйлап...

Башҡортостанда үткән йылдың сентябрендә “Туризм” милли проекты сиктәрендә “Башҡортса оҙон ғүмерлек. Туризм” үҙенсәлекле проекты булдырылғайны. Программа буйынса Башҡортостанда урынлашҡан туристик объекттарға бер йә ике көнлөк сәйәхәттәр ҡаралған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда үткән йылдың сентябрендә “Туризм” милли проекты сиктәрендә “Башҡортса оҙон ғүмерлек. Туризм” үҙенсәлекле проекты булдырылғайны. Программа буйынса Башҡортостанда урынлашҡан туристик объекттарға бер йә ике көнлөк сәйәхәттәр ҡаралған. Экскурсияларға йәйәү ҙә, автобуста ла йөрөргә мөмкин. Проект тәбиғәт ҡомартҡылары, мәҙәни мираҫ, тыуған ерҙең төрлө урындары менән таныштыра.
Күптән түгел Нефтекама ҡалаһы пенсионерҙары Өфөгә килде, ҡаланың иҫтәлекле урындарында йөрөнө. “Өфө ҡунаҡтар ҡаршылай!” бер көнлөк турынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡайтты, күптәр бындай сәйәхәттәргә йышыраҡ сығырға кәрәк, тигән инаныста ҡалды, тип белдерә Нефтекама ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас