Йәмғиәт
2 Июня 2021, 09:45

Тәбиғәтте һаҡлаусылар арта

Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” ҡала фестиваленә йомғаҡ яһалды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фестивалде Өфө ҡалаһы хакимиәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Балалар экология-биология үҙәге” ойошторҙо.
Фестивалдә 1600 бала ҡатнашты.
– Ошондай саралар һөҙөмтәһендә миллиондарса уҡыусы мөһим көндәлек эштәрҙе өйрәнә, экоғәҙәттәргә эйә була. Фестивалдең битараф булмаған, ижади уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын берләштереүе, тәбиғәтте һаҡлаусылар рәтенә яңы балалар йәлеп итеүе ҡыуандыра, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы баш белгесе Зөлфиә Шәйәхмәтова.
Сара “Экология” милли проекты һәм “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә үтте.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас