Йәмғиәт
2 Июня 2021, 11:15

Йәйгеһен эшләргә теләгән студенттар бармы?

Йәйге сессияларын тапшырып, каникулға сыҡҡан егет-ҡыҙҙарға аҡса эшләү мөмкинлеге бар.

Бындай мөһим ҡарар республика Хөкүмәтендә ҡабул ителде һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, ведомстволар вакансиялар исемлеге менән таныштырҙы.
Ауыл хужалығы министрлығы, мәҫәлән, йәйге осорға 212, Төҙөлөш министрлығы — 118, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы — 200, Мәғариф министрлығы 638 вакансия тәҡдим итә. Студент отрядтары эше тергеҙелә.
— Йәйгеһен студенттар өсөн тыуған ерендә эшләү мөмкинлеге булырға тейеш, — тине Радий Фәрит улы. — Был йүнәлеште ректорат үҙе иғтибарға алырға бурыслы.
Читайте нас