Йәмғиәт
4 Июня 2021, 10:15

Һабантуйҙар "дөрөҫ" үтмәй

"Һабантуй – шашлыҡ һәм араҡы менән күңел асыу урыны түгел", - тине Эльвира Айытҡолова. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡтың һабан байрамы формаль сараға әйләнеүенә бросола һәм уның боронғолоғон, халыҡсанлыығын һәм элекке данын ҡайтарыу өҫтөндә эшләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын хәҙерге һабантуйҙарҙың формаль сараға әйләнеп, милли үҙенсәлеген һәм халыҡ байрамы сифаттарын юғалта барыуы борсой. Шунлыҡтан Ҡоролтай белгестәр менән берлектә “дөрөҫ” һабантуй үткәреү буйынса методик тәҡдимдәр булдырҙы. Уның Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова фекере буйынса, был тәҡдимдәрҙең маҡсаты – һабантуйҙарға күберәк ябай халыҡты йәлеп итеү, уларға элекке данын һәм халыҡсанлығын ҡайтарыу, йолаларҙы һанға һуғыу һ. б. “Яңы концепцияны беҙ райондарҙың әҙерлек кимәленә ҡарап индерергә уйлайбыҙ. Һабантуй – шашлыҡ һәм араҡы менән күңел асыу урыны түгел. Һабантуйҙар айыҡ үтергә тейеш. Ул -- рух, берләшеү байрамы. Беҙҙең яҡтарға хас булмаған шашлыҡ урынына милли ризыҡ һәм эсемлектәр ҡуйылған тирмәләр торорға тейеш", - тине Э. Айытҡолова.
Методик тәҡдимдәрҙә шулай уҡ урындағы ырыуҙың ғына йолалары буйынса биҙәлгән тирмәләр ҡороу, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” кеүек онотолған һәм һирәк милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойоштороу ҡаралған.
Бөтә йәштәге балалар өсөн милли уйындар уҙғарылған майҙансыҡтар булдырыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ шәжәрәләр майҙансыҡтары, “Атайсал” тип аталған күргәҙмә булырға тейеш. Нәҡ шул исем аҫтында Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән булдырылған яҡташтарҙың тыуған яҡҡа ярҙам итеү проекты эшләй. Бында инде тормошҡа ашырылған йәки эшләргә йыйынған проекттарҙы күрһәтергә мөмкин.
Ҡоролтай һабантуйҙар үткәреү тәртибен тулыһынса кире ҡарарға тәҡдим итә. "Быйыл ғына уларҙы тормошҡа ашырып булмаясаҡ, әммә беҙ бер нисә урында күргәҙмә һабантуй үткәреп ҡарарға ниәтләйбеҙ. Ҡоролтай эксперттары әҙер булған райондарға консультациялар үткәрәсәк, - тине Эльвира Ринатовна.
Читайте нас