Йәмғиәт
4 Июня 2021, 05:05

Бөгөн - Ғәйепһеҙ балалар - агрессия ҡорбандары көнө

Балалар бер ниндәй йәбер-золом, агрессия булмаған бәхетле һәм тыныс донъяла йәшәү өсөн тыуа ла бит. Үкенескә ҡаршы, өлкәндәр йыш ҡына ер бүлешә алмай, үҙ-ара һуғыша башлай. Уларҙа бер ғәйепһеҙ балалар ыҙа сигә һәм үлә...

Балалар бер ниндәй йәбер-золом, агрессия булмаған бәхетле һәм тыныс донъяла йәшәү өсөн тыуа ла бит. Үкенескә ҡаршы, өлкәндәр йыш ҡына ер бүлешә алмай, үҙ-ара ыҙғыша башлай. Һөҙөмтәлә аяуһыҙ һуғыштар башлана. Уларҙа тәү сиратта бер ғәйепһеҙ балалар ыҙа сигә һәм үлә.
4 июнь – 1982 йылда Бейрутта Израиль авиацияһы һөжүме арҡаһында Ливан һәм Палестинала күп балалар ҡырылған һәм яраланған көн. Һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы был көндө календарҙа Халыҡ-ара йәбер һәм агрессия ҡорбандары булған балаларға арналған хәтер көнө тип иғлан итте.
Әле лә балалар төрлө агрессия, террористик акттар ҡорбандары булыуҙан туҡтамай. һуңғы йылдарҙа мәктәптәргә үтеп инеп, ғәйепһеҙ балаларҙы һәләк итеү осраҡтары ла йышая башланы. Күптән түгел Ҡазан ҡалаһында булған ваҡиға ла шуға миҫал. Балалар һис шикһеҙ яҡлауға мохтаж. Бөгөнгө дата шуға саҡырыусы сараларҙың береһе булып тора.
Читайте нас