Йәмғиәт
6 Июня 2021, 04:10

Бөгөн - Рәсәйҙә Пушкин көнө!

Буранғол ауылынан хаҡлы ялдағы рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Сәлмәнова өсөн А. С. Пушкин — тәү сиратта уның поэзияһы. Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы мәктәптә эшләгән сағында Пушкиндың шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарып, "Илаһи мәл" исемле китап сығарҙы. Һеҙҙең иғтибарға "Я помню чудное мгновенье" шиғырының тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ.Мөғжизәле бер мәл иҫтә ҡалды:Алдарыма кинәт һин сыҡтың.Күҙ асып күҙ йомған аралыҡтаСихри гүзәллеккә юлыҡтым... (дауамы – сайтта)

"Һәр кемдең үҙ Пушкины" тигән һүҙҙәр күптән афоризмға әйләнгән. Әбйәлил районы Буранғол ауылынан хаҡлы ялдағы рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Сәлмәнова өсөн А. С. Пушкин — уның поэзияһы. Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы мәктәптә эшләгән сағында бөйөк шағирҙың иң билдәле шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарып, "Илаһи мәл" исемле китап та сығарҙы. Һеҙҙең иғтибарға "Я помню чудное мгновенье" шиғырының тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ.
Мөғжизәле бер мәл иҫтә ҡалды:
Алдарыма кинәт һин сыҡтың.
Күҙ асып күҙ йомған аралыҡта
Сихри гүзәллеккә юлыҡтым.
Өмөтһөҙлөк, хәсрәт йонсотҡанда,
Борсоғанда ығы-зығылар,
Яңғыраны оҙаҡ наҙлы тауыш,
Төштәремдә күрҙем тағы ла.
Йылдар үтте. Тынғы белмәҫ елдәр
Йәшлек хыялдарын таратты.
Мин оноттом наҙлы тауышыңды,
Оноттом илаһи һыҙатты.
Алыҫ төпкөл ҡараңғылығында
Үтте минең тыныс көндәрем,
Береһе юҡ: илһам, дәрт-дарманым,
Мөхәббәтем – күңел йәмдәрем.
Йоҡомһорап ятҡан йәнем уты
Һине күреп ҡабат ҡабынды,
Күҙ асып күҙ йомған аралыҡта
Сихри матурлыҡҡа табынды.
Йөрәк йәнә урынынан ҡупты,
Бөтәһе лә тыуҙы яңынан:
Күңел дәртем, илһам, күҙ йәштәрем,
Һөйөп-һөйөлөүҙәр тағы ла...
Читайте нас