Халыҡ байрамы ҡунаҡтарҙы ҡар-шылауҙан — башҡорттоң ҡунаҡсыл-лығын һәм йыр-моңға, ҡурайына тоғро- лоғон кәүҙәләндергән бәләкәй генә инсценировканан, икмәк-тоҙҙан һәм «Йәшлек» ҡыҙҙарының самауыр менән бейеүенән башланды. Быйыл беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға Башҡортос-тан Республикаһының тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров, БР Хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәт менән файҙаланыу департаменты директоры Светлана Белова, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, «ММК» ПАО-һының хеҙ-мәт һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса директоры Федор Наследов, Өфөлә һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе һәм етәксе урындарҙа эшләүсе, шулай уҡ хәҙер хаҡлы ялда булыусы хөрмәтле яҡташтарыбыҙ һәм башҡалар килгәйне.
Артабан район башлығын һәм ҡунаҡтарҙы һәр ауыл биләмәһе тирмәләр алдында икмәк, буҙа, ҡымыҙ, йырлы-бейеүле күстәнәс менән ҡаршы алып, тирмә хужалары туҡталҡаларына ҡуйылған экспозицияларға бәләкәй генә экскурсия яһап, йылдағыса, бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп әҙерләнеүҙәрен күрһәтеп ҡалырға өлгөрҙө. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, музей ҡомарт-ҡыһы булырлыҡ боронғо әйберҙәрҙән төҙөлгән күргәҙмәләр, ата-бабалары-быҙҙың кәсептәрен, көнкүрешен сағыл-дырыусы балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡ-солоҡ мөйөштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Милли аш-һыуҙарҙың да ниндәйҙәре генә юҡ ине! Ә ҡунаҡсыллыҡ тураһында әйтеп тә тораһы түгел!
Һабантуйҙың тантаналы өлөшөн Әбйәлил районы башлығы Илдар На-фиҡов асты. Гимн яңғырағандан һуң «Һабантуй-2021» флагы күтәрелде. Быйыл был хоҡуҡ «Башаҡ» йәмғиәтенең алдынғы механизаторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алмас Таһировҡа, «Красная Башкирия» хужалығының уңған һауынсыһы Гөлнара Мөхә- мәтова һәм спорт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыу алдынғылары — 1-се Асҡар урта мәктәбенән Фәнүр Истанбаев менән Әбделмәмбәт урта мәктәбенән Альбина Насироваға бирелде.
Артабан район башлығы Илдар Таһир улы әбйәлилдәрҙе оло байрам менән ҡотланы, һабантуйҙың яҡшы үтеүен теләне, уңыштарыбыҙҙы барланы, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланыуын билдәләне һәм район ҡаҙаныштарын уңғандарыбыҙҙың көндәлек тырыш хеҙмәте менән бәйләне.
Сығыш яһаусы ҡунаҡтар ҙа бөгөнгө байрам ыңғай тәьҫораттар менән иҫтә ҡалһын, көс өҫтәһен, яңы уңыштарға ҡанатландырһын, һәр йортҡа именлек, татыулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет килтерһен, яҡташтар осрашыуы урыны булған һабантуй байрамы артабанғы берҙәмлекте нығытһын тип теләне, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен тапшырҙы.
Һабантуй — ул тәү сиратта иртәнән алып кискә ҡәҙәр ялан-ҡырҙарҙа, ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағында ал-ял белмәгән, егәрле кешеләр байрамы. Сәхнә түренә алдынғылар күтәрелде: улар ошо тантаналы көндә БР Ауыл хужалығы министрлығының, райондың Почет грамотаһын һәм дипломдарын алып ҡыуанды. Быйыл шулай уҡ сәхнәгә һуғыш осоро балалары саҡырылды һәм Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы уларға танытма һәм бүләктәр тапшырҙы.
Тантаналы өлөштән һуң һабантуйҙың барса халыҡты сәхнә тирәләй туплай һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡарала торған бүлектәренең береһе — район мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән театр-лаштырылған тамаша-пролог башланды. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды. Райондың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм филиалдарында, шулай уҡ ауылдарҙа спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе йәштәрҙең, уҡыусыларҙың, йәш көрәшселәрҙең күрһәтмә сығыштары, һуңғы йылдарҙа тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән әүҙем йәшәү рәүешен пропагандалаусы спорт төрө — скандинав таяҡтары менән йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығыштары сәләмәт, хәрәкәтсән тормош алып барыуға саҡырҙы.
Спортсыларҙан тыш, райондың барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, клубтар һәм мәктәптәр янында эшләгән бейеү, йыр, фольклор ансамблдәрендә шөғөлләнеүселәре, балалар һәм ололар — 600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән был тамаша ысын мәғәнәһендә һабантуйҙың матур бер биҙәге булды. Ул үҙ эсенә шулай уҡ еребеҙҙе, телебеҙҙе, матур тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға саҡырыусы Ер-әсә, тарихта тәрән эҙ ҡалдырған ата-бабаларыбыҙ — ырыу башлыҡтары образдарын алғайны, ер эшкәртеү, икмәк үҫтереү, баҫыу-ҡырҙарҙа коллектив хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл тормошо күренештәре менән дә байытылғайны.
Артабан сәхнә түрен райондың мәҙәни коллективтары биләне. Концертты район мәҙәниәт йортоноң «Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле һәм халыҡ хоры тарафынан әҙерләнгән «Күңелле йәшлек» музыкаль композицияһы асты. Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле, Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Йәйғор», «Урал ынйылары» һәм «Талисман» вокаль балалар ансамблдәре, Амангилденән «Сәс-мәүер», Красная Башкириянан «Рябинушка», Байымдан «Күбәләк биҙәктәре» фольклор төркөмдәре, «Көнсығыш әкиәттәре», Хәлилдән «Ләйсән», Михайловканан «Уралтау» бейеү коллективтары, район мәҙәниәт һарайының ир-егеттәр, Дәүләт мәҙәниәт йортоноң «Умырзая» вокаль ансамблдәре, йырсылар Заһир Хызыров, Юнир Ғәтиә-туллиндарҙың сығыштары йыр-моңға бай һабан байрамына тағы сағыу биҙәк өҫтәне.