Йәмғиәт
9 Июня 2021, 09:17

“Өсөнсө – артыҡ түгел”

Республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры урынбаҫары Анна Таболина “Өсөнсө – артыҡ түгел” темаһына лекторийында ҡатнашты.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры урынбаҫары Анна Таболина “Өсөнсө – артыҡ түгел” темаһына лекторийында ҡатнашты. Был сара “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан “Балалыҡтың ун йыллығы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Лекторий модераторҙары партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала күп балалыҡты популярлаштырыу һәм тыуым кимәлен арттырыу өсөн ҡабул ителгән саралар хаҡында һөйләне. Спикер шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙың балалыҡҡа бәйле ғәмәлдәге программалары, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә коронавирус инфекцияһының таралмауы өсөн вакцинациялауҙың мөһим икәнлеген аңлатты.
– Һуңғы ваҡытта күп балалыҡ популяр була бара икәнлеген билдәләргә кәрәк. Бөгөн Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә, Мәскәүҙән, Дағстан һәм Чечня республикаларынан ҡала, дүртенсе урынды биләй. Икенсе һәм артабанғы бала тыуыу осраҡтары 13 процент тәшкил иткән 2005 йыл менән сағыштырғанда, хәҙер был күрһәткес 28 процентҡа тиклем артҡан. Пандемия бала тыуыуға йоғонто яһамаҫ, тыуым кәмей башламаҫ, тип ышанайыҡ, - тине Анна Тоболина.
Римма Үтәшева билдәләүенсә, бала – ғаилә өсөн ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ бүләк, ул – беҙҙең дауамыбыҙ. Күп балалыҡ иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Сығанаҡ: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас