Йәмғиәт
11 Июня 2021, 05:45

Рухи аҙыҡ мөһимерәк

Сираттағы еңеүсебеҙ редакциянан бүләген алырға килгәс, унан бигерәк беҙ үҙебеҙ ҡыуандыҡ.

Ни тиһәң дә, гәзитебеҙҙе йылдар дауамында алдырған дуҫтарыбыҙ бүләкле булыуы ғәҙел кеүек. Ә был юлы «Осҡон»доң даими уҡыусыһы ғына түгел, ә уны ваҡытында ғына кешеләргә алып барып еткереүсе — 18 йыл почтальон булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Зилә Малыбаева призлы булды.
«Пенсияға сыҡҡаныма 10 йыл тулды инде, хәҙер Абҙаҡта, лагерҙа тәрбиәсе булып эшләп йөрөйөм, — ти Зилә Муллахмәт ҡыҙы. — Яңы Балапан ауылына килен булып төшөүемә лә 43 йыл. Ошо осорҙоң 18 йылын мин почта эшенә бағышланым — Байым почта бүлексәһендә хат ташыусы булып эшләп, Йәнекәй, Мораҡай һәм Яңы Балапан ауылдарын хеҙмәтләндерҙем».
Өс ауылдың араһы яҡын түгел, кеше гәзит-журналдарҙы ла күп алдырҙы ул заманда. Ауыр сумкаһын йөкмәгән почтальон йәйәүләп йөрөһә лә, гәзиттәрҙе бер ҡасан һуңлатмай, көнөнөкөн көнөнә алып барып һала почта йәшниктәренә. Пенсия, пособиеһын да теүәл генә алып килеп еткерә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса йыллыҡ планды үтәмәй ҡалмай. Үҙе намыҫлы эшләгәс, халыҡ араһында ла ихтирамлы Зилә апай.
«Үҙем Яңы Балапанда йәшәй баш-лағандан алып «Осҡон» алдырам, республика баҫмаларына яҙылырға ла онотмайым, — ти әңгәмәсем. — Ә иптәшем — Әхмәҙи Ильяс улы өйгә килгән гәзиттәрҙе уҡып бөтмәйенсә, хатта ашарға ла ултырмай. Рухи аҙыҡ мөһимерәк уға».
«Аҙна һайын ике бүләк!» уйынында Зилә Малыбаева блендер отто. «Бик йәтеш булды әле, — тип ҡыуанысын йәшермәй элекке почтальон. — Үҙем дә бешеренергә яратам, өлкән улым Арсен Мәскәүҙә шеф-ашнаҡсы булып эшләй, Гәүһәр ҡыҙым Абҙаҡта «Горный ручеек» лагерында ашнаҡсы — шуға беҙҙең өйҙә был блендер буш тормаҫ тип уйлайым. Бәләкәсебеҙ Әлфиә генә педиатр һөнәрен һайлап, Магнитогорск поликли-никаһында эшләй. Бешеренеүҙән тыш, ғаиләлә барыбыҙ ҙа гәзит уҡыуға әүәҫбеҙ. Хатта улым: «Әсәй, һин хәҙер почтала эшләмәгәс, өйҙә гәзит-журнал да әҙ, күңелһеҙ», — тип шаяртып ҡуя».
Читайте нас