Йәмғиәт
12 Июня 2021, 07:00

"Төҙөлөш өсөн ер" сервисы төҙөлдө

Был сервист ер, төҙөлөшкә бәйле бөтә кешеләрҙең эшен һәм тормошон еңеләйтәсәк.

Росреестр менән Башҡортостан Хөкүмәте ер участкаларын һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн юғары мөмкинлек булған биләмәләрҙе Росреестрҙың “Төҙөлөш өсөн ер” яңы электрон сервисының кадастр картаһына индереү тураһында килешеү төҙөй.
Был турала бөгөн Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец селектр кәңәшмәһендә әйтте.
"Бөгөн Башҡортостанда махсус булдырылған оператив штаб тарафынан “Төҙөлөш өсөн ер” сервисында ҡыҙыҡһынған кешеләргә торлаҡ төҙөү өсөн тапшырыласаҡ ер участкалары исемлеге билдәләнгән. Унда дөйөм майҙаны 4,577 миллион квадрат метр булған 40 ер участкаһы һәм биләмә ингән. Улар 11 ҡалала - Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Бәләбәй, Туймазы, Мәләүез, Дүртөйлө, Дәүләкән, Яңауылда урынлашҡан. Росреестр менән Хөкүмәт араһында килешеүгә ҡул ҡуйылғас та был участкалар Публик кадастр картаһында күренә башлаясаҡ", – тине Петр Клец.
Хөкүмәт вәкиле Илдар Әминев белдереүенсә, Хөкүмәт был килешеүгә ҡул ҡуйған һәм уны Росреестрға йүнәлткән.
Петр Клец аңлатыуынса, “Төҙөлөш өсөн ер” сервисы ярҙамында инвесторҙарға, төҙөүселәргә һәм ябай кешеләргә яраҡлы буш ер участкаһы һайлау, уның тураһында мәғлүмәттәр алыу, яҡынса хаҡын иҫәпләү, теркәүгә ғариза ебәреү һәм башҡа хеҙмәттәр алып буласаҡ.
Читайте нас