Кемдең бала сағы пионерия менән бәйле булған – шулар иҫләйҙер әле: һәр совет мәктәбе янында юннаттар (йәш натуралистар) түңәрәктәре эшләй торғайны. Юннаттар хәрәкәте барлыҡҡа килгән көн тип 1918 йылдың 15 июне һанала. Был көндө Мәскәүҙә Сокольники паркында йәш тәбиғәт яратыусылар станцияһы тәүге экскурсия ойоштора. Бер йылдан инде станцияла дүрт түңәрәк эшләй башлай: “Баҡсасылар”, “Ҡошсолар”, “Бөжәкселәр” һәм “Һыу яратыусылар”. Һуңыраҡ станция исемен үҙгәртә: Тимирязев исемендәге йәш натуралистарҙың үҙәк биостанцияһы тип атала башлай. СССР-ҙа юннаттар хәрәкәте шулай барлыҡҡа килә.
Ҡайһы бер мәктәптәрҙә хәҙер ҙә йәш натуралистар хәрәкәте үҫешә. Беҙҙең 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә “Йәшел урман” мәктәп урмансылығы оҙаҡ йылдар эшләп килә. Уның етәксеһе – уҡытыусы М. К. Махийәнова. Улар Әбйәлил урмансылығына ағастар ултыртыу эшендә ярҙам итә, үҙҙәренә ышанып тапшырылған участокты тәрбиәләйҙәр, төрлө беҙҙең климатҡа яраҡлашмаған ағастар үҫтереү буйынса тәжрибә үткәрәләр, ғилми- тикшеренеү эштәре алып барып, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фәнни конференцияларҙа ҡатнашалар, призлы урындар алалар. Асҡар юннаттары өлтөк ҡарағастарҙы ҡотҡарыу эшендә лә ҡатнашалар.