Почтальондар ауыл халҡының аҡсаһын аҙ булһа ла экономиялау маҡсатында тап ошо осорҙа яҙҙырып ҡалырға тырыша. Был мәлде тулыһынса файҙаланып ҡалыу өсөн, редакция хеҙмәткәрҙәре лә почта бүлексәләренә сыға. Был юлы беҙ — Байым ауылында. Бер төркөм гәзитселәр Аһылайға юлланды. Гөлназ Ғатауллина менән мин эште Тыныслыҡ урамынан башланыҡ. Ҙур, күркәм йорттарҙа асыҡ күңелле, ихлас хужалар йәшәй булып сыҡты. Ҡайҙа инһәк тә, гәзитһеҙ булмай, унһыҙ өй йәмһеҙ тип күңелде күтәрҙеләр. Ысынлап та, һәр кемдең өҫтәлендә, диванында, эскәмйәһендә «Осҡон»до күрҙек.
— Почтальонығыҙ нисек, ваҡытында таратамы? — тип һорашам оло-ларҙан.
— Гөлназдың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел, ел-ямғырға ҡарамай, көнөндә алып килә. Оҙаҡ йылдар эш-ләгән Зилдә Рамаҙановаға лайыҡлы алмаш килде. Почтаға бара алмай китһәк, түләмдәрҙе лә уның аша биреп ебәрәбеҙ, — тине Мәүлиҙә Сөнәғәтова. — Ҡалай йәтеш иттегеҙ, бер уй булып тора ине. Яҙ, әйҙә, «Осҡон», «Йәшлек», «Киске Өфө», «Аманат»ҡа.
Һәр йортта почтальонды үҙ кешеләй күреп ҡаршыланылар, эше өсөн рәхмәт әйттеләр. Ике йыл элек эшләй башлаған Гөлназ апай тәүҙә иренең машинаһында йөрөй, велосипедҡа ла атланып сығып китә. Эшенең ауырлығын күреп, ҙур ауыл буйлап үҙе лә йыш ҡына гәзит-журналдарҙы, квитанцияларҙы таратыуҙа ярҙамлашҡан тормош иптәше машина ла алып биргән.
Был урамға килгәндә тулы биҙрәләргә осрағайныҡ, юлыбыҙ уң, ырамлы ғына башланды. Почтальон ишектә күренеү менән, «яҙҙырып йөрөйһөңмө» тип аҡсаларын әҙерләп, көтөп торалар.
— Беҙгә килмәйһеңме тип, шылтыратырға тора инем әле, — тип ҡаршыланы Ғәлиә Ҡунафина.
— Декада бара, — тип ауыҙ асырға ла өлгөрмәнек.
— Яҙылмайынса ҡалған юҡ, гәзиттәр килһә, иң тәүҙә «Осҡон»до эләк-терергә тырышабыҙ. Бабайым уҡып сыҡҡанын көтөп торам инде. Район яңылыҡтарын белмәйенсә булмай. Шулай өйрәнгәнбеҙ, — тине Ғәлиә инәй почтальон абонемент тултырған арала.
Ошо көндәрҙә 83 йәшен тултырған ғаилә башлығы Йәҙгәр апа ла матбуғаттың тоғро дуҫы. Ҡунафиндарға именлек-һаулыҡ теләп, артабан киттек.
Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәр гәзиткә яҙылмайым, интернеттан уҡыйым йә иһә уҡырлыҡ нәмәгеҙ юҡ, ҡотлауҙан башҡа тип йөҙ йыртып сығаралар. Ә бына Байымда йөрөүе шул тиклем рәхәт, күңелле булды. Был көндә тағы ла Фәрзәнә Ғайсина, Әлфинә Мөрсәлимова, Миңнура Хәйретдинова, Земфира Сәғәҙиева, Рәйлә Мәғәсүмова, Рәфҡәт Ҡорманаев, Фәрзәнә Вәлиева, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Әнүәрә Миңлебаева, Ишбикә Фазлетдинова, Ришат Ғүмәров, Йәзилә Яҡупова һәм башҡалар район гәзиттәренә, шулай уҡ башҡа баҫмаларға яҙылды. Улар араһында беҙҙең күптәнге дуҫтар ҙа, яңылары ла булыуы ҡыуаныслы. Бына татыу күршеләр — Ишбикә апай менән Йәзилә апай йорт алдында ҡаҙ бәпкәһе көтә һәм икәүләшеп «Осҡон» гәзите уҡый ине. Дәррәү, дөргөн байымдарға рәхмәт әйтеп, подписка буйынса планды тултырырҙар тигән өмөттә ҡайтып киттек.