Йәмғиәт
16 Июня 2021, 07:25

Тәмле ризыҡ бешер ҙә – бүләк от!

Республикала «Башҡортостан тәме» онлайн-марафоны иғлан ителде.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республикала «Башҡортостан тәме» онлайн-марафоны иғлан ителде.
Был конкурс – «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә башҡарылған бихисап эштәрҙең береһе.
Башҡортостан халҡын «Башҡортостан тәме» онлайн-марафонында ҡатнашырға саҡыралар. Ул 2021 йылдың 12 июненән 4 ноябренә ҡаҙәр үткәрелә.

Унда ҡатнашыу өсөн 31 октябргә ҡәҙәр Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли аштарын бешереп,Бәйләнештә, Instagram социаль селтәрҙәрендә видео-рецептын ҡуйырға кәрәк.

Видеопостҡа исем-шәрифте, йәшәгән урынды күрһәтергә, ошо ризыҡты әҙерләүгә этәреүсе сәбәп тураһында һөйләргә, #вкусбашкирии2021 һәм #TasteOfBashkiria хештегтарын беркетеү зарур.
Читайте нас