Йәмғиәт
16 Июня 2021, 06:20

"Яҡташтар"-2021 проектында иң лайыҡлылар һайлана

Әбйәлилдәр өсөн әүҙем тауыш бирәйек!

"Яҡташтар-2021" проектының төп маҡсаты – йәмәғәтселек фекере лидерҙарын асыҡлау, Башҡортостан ауылдары һәм ҡалалары халҡының ышанысын ҡаҙанған абруйлы шәхестәрҙе билдәләү. Проект активистары гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыу, республика халҡын фекерҙәштәр булараҡ ойоштороу йәһәтенән уҙғарылған акцияларҙа ҡатнаша. Шулай уҡ республика халҡы тормошондағы һәм эшмәкәрлегендәге иң проблемалы, социаль әһәмиәттәге өлкәләрҙе асыҡлау йәһәтенән һорау алыуҙа ҡатнашыу ҙа лидерҙарҙың бурысы булып тора. "Голос РБ" сайтында республика райондарында һәм ҡалаларында һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса халыҡ араһындағы лидерҙарҙы билдәләнә. Исемлектә Әбйәлил районынан билдәле эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, район Советы депутаттары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре бар.
Иң лайыҡлылар өсөн тауыш бирәйек!
Тауыш биреү өсөн һылтанма:
https://golos.bashkortostan.ru/
Читайте нас